Боҙ аренаһы саҡыра!20.07.2018
Боҙ аренаһы саҡыра!Тиҙләтелгән үҫеш программаһына индерелгән Күмертау ҡалаһы бөгөн икенсе йәшлеген кисерә. Бында төҙөлөш гөрләй, инвестициялар йәлеп ителә, халыҡҡа өҫтәмә эш урындары булдырыла.

Күмертауҙағы был мөһабәт бина әллә ҡайҙан күренеп тора. Ул – Боҙ аренаһы. Объект “Башҡор­тостандың йөҙ йыллығына – йөҙ объект” республика программа­һына ярашлы төҙөлә.
2015 йылда тәүге нигеҙ ташы һалынған буласаҡ спорт һарайы быйыл ноябрь айында асылып, хоккейсыларға көтөп алынған ҙур бүләк булыр тип көтөлә. Комплекста 600 урынлыҡ трибуна урынлаштырылған, VIP-ложа, алты кейем алмаштырыу бүлмәһе бар.
Заман шарттарына яраҡлаш­тырылып төҙөлгән боҙ аренаһының эш башлар минуттарын барлыҡ ҡала халҡы түҙемһеҙләнеп көтә. Ҡайһы берҙәре килеп ҡарап, танышып та китә. Бында спорт менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Арена­ның дөйөм хаҡы 314 миллион һум тәшкил итә, ул Социаль программалар фонды аша финанслана.
Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев әйтеүенсә, хоккей майҙан­сығы Милли хоккей лигаһы стандарты буйынса төҙөлгән. Аренаға әле трибунаны, тренажер залдарында ҡорамалдар, акустика системаһы, электрон табло урынлаштыраһы ҡалған.
– Беҙҙең ҡала халҡы хоккейҙы ярата, бында республика чемпионаттарын, башҡа турнирҙарҙы үткәрергә мөмкин, – ти Борис Беляев.

Күмертау ҡалаһы.


Вернуться назад