Эсәр һыу сығанағы яңыртылды20.07.2018
Эсәр һыу сығанағы яңыртылдыҮрге Тәтешле ауылында шишмә асыу тантанаһы үтте. Һыу сығанағы “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты нигеҙендә яңыртылды. Ауылдағы иң күркәм һигеҙ шишмәнең береһе, халыҡтың яратҡан ял итеү урыны, 80-се йылдар башында барлыҡҡа килгән.

Шишмә биләмәһе үҙгәртеп ҡороуға мохтаж ине. Шуға ла партия әүҙем­селәренең төҙөкләндереү эштәрен ойоштороп ебәреүҙәре ваҡытлы булды. Изге башланғысҡа ошо ауылда йәшәгән Зөфәр Низаметдинов менән Марат Мөхәмәҙуллин да ҙур өлөш индергән. Улар башҡарылған эш күләме, мәсьәләне хәл итеү барышында тыуған ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар хаҡында һөйләне. Шишмә үҙәнен юғалтҡан булып сыҡты. Уны һыу менән тулыландырыу өсөн байтаҡ көс һалынған.
— Шишмәләр – таҙа эсәр һыу сығанағы ғына түгел, йәшәү нигеҙе. Уларҙы һаҡлап ҡалыу — изге бурысыбыҙ. Ошо бурысты тормошҡа ашырыуға беҙ үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек, — тине Үрге Тәтешле ауыл биләмәһе башлығы Рәмил Йәмилев.
Шишмә эргәһендә тәртип һаҡлау, өмәләрҙе даими ойоштороу күҙаллана. Сүп-сарҙы ваҡытында ташыу өсөн яуаплылыҡ иһә ауыл биләмәһе депутаты Камил Фәйзрахмановҡа йөкмәтелде.

Тәтешле районы.


Вернуться назад