Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Фәрхәт Самедов Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Фәрхәт Астан улы Самедов 1959 йылдың 23 апрелендә Грузин ССР-ның Гардабани ҡалаһында тыуған. В.В. Куйбышев исемендәге Мәскәү инженерлыҡ-төҙөлөш институтын тамамлаған, техник фәндәр кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылда Азербайжан ССР-ы Сәнәғәт һәм төҙөлөш министрлығының 7-се тресында башлай. Унда инженер, өлкән инженер булып эшләй. Төрлө йылдарҙа В.А. Кучеренко исемендәге Үҙәк төҙөлөш конструкциялары ғилми-тикшеренеү институтында инженер, кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, “Эксимер” фәнни-етештереү предприятиеһы генераль директоры урынбаҫары, “Юсти-банк” акционерҙар кредит банкында ҡиммәтле ҡағыҙҙар бүлеге начальнигы урынбаҫары, “Мәғлүмәт технологиялары институты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә лаборатория начальнигы, “Петротэк-холдинг” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә беренсе вице-президент була. 2003 йылдан 2005 йылға тиклем “Каустик” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының иҡтисад һәм финанс буйынса беренсе урынбаҫары, артабан ошо йәмғиәттең генераль директоры булып эшләй. 2005 йылдан 2007 йылға тиклем — “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, 2007 йылда иһә — генераль директоры советнигы. 2008 — 2009 йылдарҙа “Башхим” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры советнигы була. 2010 йылдан 2015 йылға тиклем — “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһының Директорҙар советы рәйесе советнигы, йәмғиәттең нефть химияһы департаменты директоры. 2016 йылда — “Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты. 2017 йылдың ғинуарынан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.
Рәсәй Федерацияһының почетлы химигы.
***
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Андрей Трухан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Андрей Петрович Трухан 1973 йылдың 5 ноябрендә Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад институтын тамамлаған.
1998 йылдан 2010 йылға тиклем “Аквалэнд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы һыу хужалығы объекттарын һәм ҡоролмаларын файҙаланыу буйынса федераль дәүләт учреждениеһы директоры урынбаҫары, унан һуң директоры була. 2010—2017 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты (артабан — Башлығы) эштәр идарасыһы. 2017 йылда “Ҡырым Республикаһының үҫеш корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары була. Шул йылдың декабренән — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
***
Григорий Невоструев Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде. Григорий Сергеевич Невоструев 1976 йылдың 12 июлендә Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, НОСТРОЙ дөйөм Рәсәй милли берекмәһе аппараты етәксеһе советнигы, махсус программалар бүлеге начальнигы булып эшләй. 2013—2016 йылдарҙа “Территория” компаниялар төркөмөнөң генераль директоры була. 2016 йылдан — Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры.