Ихаталар төҙөкләнә18.07.2018
“Заманса ҡала мөхитен булдырыу” муниципаль программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә Хәйбулла районының ҙур ауылдарында ихаталар төҙөкләндерелә.

Ошо программаға ярашлы, быйыл Аҡъяр, Бүребай, Маҡан, Подольск, Та­тыр­үҙәк, Өфө ауылдарында ун ихата билә­мә­һен төҙөк­лән­дереү күҙаллана. Эште тор­мошҡа ашы­рыуға 7,5 миллион һум самаһы аҡса йүнәл­теләсәк. Шуның 6 264,40 мең һумы — федераль ҡаҙнанан, 1 233,3 мең һумы республика бюджетынан бүленә.
Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, әле ихаталарҙы төҙөкләндереүгә подряд ойошмалары менән килешеү төҙөлгән. Аҡъяр һәм Татырүҙәк ауылдарында эш башланған. Баш­ҡа биләмәләр ҙә тиҙҙән ­­тө­ҙөк­лән­дереләсәк.


Вернуться назад