Күпер ҡала менән бәйләне18.07.2018
Күпер ҡала  менән бәйләнеБелорет районында Нура йылғаһы аша күпер асылды. Иҫтәлекле ваҡиға Белорет ҡалаһының 256 йыллығына арналды.

Күперҙе төҙөкләндереү былтыр июль айын­да башланғайны. Эш билдәләнгән ваҡыттан ике йылға алдараҡ тамамланды. Күперҙәге юл һәр ҡайһыһы өс метр киң­лек­тәге ике һыҙаттан тора, юл билдәләре, ҡой­ма­лар ҡуйылған. Йәйәүлеләр өсөн тротуар бар.
— Был — халҡыбыҙ өсөн әһәмиәтле ва­ҡиға. Нура йылғаһы аша күпер ауыл менән ҡа­ланы бәйләп кенә ҡалмай, Белоретҡа тағы ла бер инеү юлын аса. Тиҙҙән пассажирҙар ташыған маршрут автобустары ошонан йөрөйәсәк, — тине район башлығы Владислав Миронов.


Вернуться назад