Тәҡдимдәр көтәләр18.07.2018
Нефтекама ҡалаһындағы, Ейәнсура райо­нындағы территориаль һайлау ко­миссия­ларының хәл иткес тауыш хо­ҡуғына эйә булған ағзаларының вәкә­ләт­тәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле, “Рәсәй Феде­ра­ция­һы граж­дандарының һайлау хоҡуҡ­тарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Рес­публикаһының Үҙәк һай­лау комиссияһы хәл иткес тауыш хо­ҡуғына эйә яңы ағзаларҙы тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтарҙы ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан алып биш көн эсендә түбәндәге адрес буйынса тапшырырға: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 218-11-22.


Вернуться назад