“Урал батыр” — донъя ҡомартҡыһы18.07.2018
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Якутскиҙа 2018 йылғы Халыҡ-ара интеллектуаль уйындар ваҡытында Саха (Яҡут) Республикаһының Дәүләт Йыйылышы (Ил Тумэн) рәйесе Александр Жирков, Сингапур милли университеты һәм Наньянг технология университеты профессоры, физика буйынса халыҡ-ара Азия Олимпиадаһы президенты, Халыҡ-ара интеллектуаль уйындарҙың Программа комитеты рәйесе Леонг Чуан Квек менән осрашты.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар “Донъя халыҡтарының эпик ҡомартҡылары” китаптар серияһын сығарыу буйынса Яҡутстандың һәм ЮНЕСКО-ның берлектәге проекты менән ҡыҙыҡһынды. Ошо эш һөҙөмтәһендә ҡырғыҙҙарҙың “Манас” эпосы, алтайҙарҙың “Маадай Хара” эпик әҫәре, башҡорттарҙың “Урал батыр” эпосы яҡут теленә тәржемә ителгән.
2015 йылдағы “Олонхо” ерендә донъя халыҡтарының эпостары” халыҡ-ара эпик форумы нигеҙендә, үҙ-ара тәржемә тураһындағы килешеүгә ярашлы, “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы — яҡутсаға, яҡуттарҙың “Олонхо”һы башҡорт теленә тәржемә ителгәйне.