Башҡортостан Республикаһы Һайлау тураһындағы кодексының 63-сө статьяһының 6-сы өлөшөнә ярашлы, “Башҡортостан” нәшриәте — “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы — “Башҡортостан” гәзите биттәрендә 2018 йылдың 11 авгусынан 8 сентябргә тиклем һайлау алды агитация материалдарын урынлаштырыу өсөн баҫма майҙан тәҡдим итеүе тураһында белдерә.
Түләүһеҙ баҫма майҙандың дөйөм күләме дүрт аҙнала сыҡҡан һандарҙың 10 процентын, йәғни А2 форматының 8 битен (16 000 квадрат сантиметр) тәшкил итә.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы түләүле һайлау алды агитацияһын үткәреү өсөн баҫма майҙанды резервҡа ҡалдыра. Уның дөйөм күләме, законға ярашлы, түләүһеҙ баҫма майҙандың дөйөм күләменә тура килергә тейеш йә иһә унан ике тапҡырға (32 000 квадрат сантиметр) артыуы мөмкин.
Түләүле баҫма майҙандың хаҡы (өҫтәмә хаҡҡа һалымды иҫәпкә алып) 1 квадрат сантиметр өсөн 70 һум тәшкил итә.
Баҫма майҙан йәрәбә һөҙөмтәләре буйынса билдәләнәсәк.
Түләү һайлау фондының махсус иҫәбенән башҡарыла. Ул материал сыҡҡанға тиклем кәмендә ике көн алдан тулыһынса түләнергә тейеш.
Материалдарҙың редакцияға гәзит баҫылғанға тиклем биш көн алда тапшырылыуы мотлаҡ.
Редакция адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат. email:
[email protected] Белешмә өсөн телефондар: 8-347-272-83-87, 272-62-63.