“Ауыл табибы” киң ҡолас ала13.07.2018
Быйыл Башҡортостанда “Ауыл табибы” программаһында ауыл еренә, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаларға, 50 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән ҡалаға эшкә килгән 50 йәшкә тиклемге табиптар һәм фельдшерҙар ҡатнаша ала.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2018 йылда 111 белгес (100 табип һәм 11 фельдшер) 1 миллион һумлыҡ компенсацияға дәғүә итә ала.
Әүәлерәк программа 35 йәшкә тиклемге табиптарға ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота ине, унан һуң йәш кимәле 45-кә тиклем арттырылды.
“Ауыл табибы” программаһы Башҡортостанда 2012 йылда ғәмәлгә ашырыла башланы. Ошо осорҙа төрлө йүнәлештәге 1300-ҙән ашыу табип: участка терапевтары һәм педиатрҙары, стоматологтар, хирургтар, акушер-гинекологтар, анестезиолог-реаниматологтар, психиатр­ҙар һәм неврологтар, офтальмологтар ауылға эшкә ҡайтты.
“Ауыл табибы” программаһынан тыш, фельдшерҙарға ҡытлыҡ кисереүгә бәйле 2016 йылда “Ауыл фельдшеры” тигән программа ла ғәмәлгә индерелгәйне. Ул осорҙа ошо маҡсатҡа төбәк ҡаҙнаһынан 36 миллион һум аҡса бүленде. Был 72 медицина хеҙмәткәрен эшкә йәлеп итеү мөмкинлеген бирҙе. Улар 500 мең һум күләмендә аҡса алды. Былтыр иһә программала тағы ла 48 фельдшер ҡатнашты.


Вернуться назад