Яңы ФАП асылды13.07.2018
Ишембай районының Верхотор ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы. Ул Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек нигеҙендә төҙөлдө.

ФАП Верхотор, Кузнецов һәм Рамодановка ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Был биләмәләрҙә 904 кеше, шул иҫәптән 127 бала иҫәпләнә. Ауыл халҡы, медицина хеҙмәткәрҙәре яңы биналағы уңайлыҡтарҙы юғары баһаланы. Объекттың асылыуы барыһы өсөн дә ысын байрамға әүерелде.
Ауылда һаулыҡ һаҡлауҙы һәм тәүге медицина-санитария ярҙамын үҫтереү Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының өҫтөнлөклө йүнәлешен тәшкил итә. Ауылда медицина ярҙамына эйә булыу мөмкинлеген арттырыуҙы тәьмин итеү маҡсатында модулле ФАП-тар асыу эше дауам итә. Планға ярашлы, Ишембай районында ғына өр-яңы ун модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк.


Вернуться назад