Электрон рецепт — заман талабы13.07.2018
Башҡортостанда шәхси медицина компаниялары пациенттың йәки уның законлы вәкиленең ризалығы менән медицина һығымталарын, белешмә ҡағыҙҙарын, дарыуға һәм медицина әйберҙәренә рецептарҙы электрон документ рәүешендә тапшыра аласаҡ.
Республика парламентарийҙары беренсе уҡыуҙа “Башҡортостан Республикаһында шәхси медицина эшмәкәрлеге тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереүҙе раҫланы.
— Был — заман талабы. Электрон документтар әйләнеше төрлө өлкәләрҙә киң таралыу яулай, — тине төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев. — Закон проектында шулай уҡ шәхси медицина ойошмаларының пациенттар, уларға күрһәтелгән медицина ярҙамы, ойошманың эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған система ойоштороу хоҡуғы ҡарала. Тик улар персональ мәғлүмәттәр өлкәһендә ҡануниәт менән билдәләнгән талаптарҙы үтәргә, табип серен һаҡларға тейеш.