ӘҘЕРЛЕК ӘҮҘЕМ БАРА13.07.2018
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булды. Ул ҡала территориаль һайлау комиссияһы ағзалары, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов, урындағы үҙидара органдары вәкилдәре, журналистар менән осрашты.
Хәйҙәр Арыҫлан улы алдағы һайлау кампанияһының үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, “Мобиль һайлаусы” тауыш биреү системаһына айырым иғтибар бирҙе.
— Һайлау һөҙөмтәһе берәүҙә лә шик тыуҙырмаҫҡа тейеш, — тине комиссия рәйесе. — Күп йәһәттән был һайлау комиссиялары ағзаларының профессионаллегенә бәйле. Һайлауҙы ғәҙел, асыҡтан-асыҡ үткәреүгә өлгәшеү мөһим. Һайлаусы иһә үҙ тауышының иҫәпкә алынасағына ышанырға тейеш. Һәр бер етешһеҙлекте йылдам тикшерәбеҙ. Һайлауҙы ойоштороусылар алдында торған тағы ла бер мөһим бурыс — халыҡҡа һайлауҙың нисек ойошторолоуы, кемде һайлауыбыҙ тураһында тулы мәғлүмәт еткереү. Был йәһәттән киң мәғлүмәт саралары ҙур ярҙам күрһәтә. Бынан тыш асыҡ агитация, һайлаусылар менән аралашыу өсөн “тура элемтә” кеүек алымдарҙы ҡулланабыҙ. Әйткәндәй, республика Үҙәк һайлау комиссияһында 2 июлдән һайлауҙа ҡатнашыусылар өсөн “ҡыҙыу элемтә” эшләй. Бынан тыш, тауыш биреү биналарында шарттар тыуҙырыла, хәүефһеҙлек тәьмин ителә. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың әүҙемлеге һайлауҙы ойоштороусыларға ғына түгел, кандидаттарға ла, уларҙың агитация эшен нисек алып барыуына ла бәйле. Быны аңларға кәрәк.