Хеҙмәт эшен башланы13.07.2018
Ошо көндәрҙә Башҡортостан буйынса Федераль инспектор Николай Разбежкин һәм федераль башҡарма власть органдарының республикалағы территориаль органдары вәкилдәре ҡатнашлығында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағындағы Контроль-ревизия хеҙмәтенең киңәйтелгән ултырышы булды.
Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары, Контроль-ревизия хеҙмәте етәксеһе Марат Ғәҙелов Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү барышы, һайлау кампанияһы осоронда Контроль-ревизия хеҙмәте алдында торған бурыстар тураһында һөйләне. Контроль-ревизия хеҙмәте ағзалары тарафынан депутатлыҡҡа кандидаттарҙың мәғлүмәттәрен тикшергәндә тейешле дәүләт органдары менән эште һәм йылдам бәйләнеште ойоштороу өсөн эш төркөмдәре төҙөлдө һәм раҫланды. Был турала Үҙәк һайлау комиссияһы һәм контроль-ревизия хеҙмәте ағзаһы Рөстәм Бикмәтов сығыш яһаны.
Мәғлүмәттәр БР Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтынан алынды.