Ҡырын эш барыбер фашлана11.07.2018
Республикала почтальонды үлтереүгә һәм талауға ҡағылышлы эш буйынса хөкөм сығарылды. Енәйәттә ике ир һәм бер ҡатын ғәйепләнә.

Хәтерегеҙҙәлер, 2016 йылдың 20 авгусында Ҡырмыҫҡалы район почтамтының 48 йәшлек хеҙмәткәре Ибраһим разъезына пенсия таратырға юллана. Сумкаһында 900 мең һум самаһы аҡса була. Ауылға етәрәк, 28 йәшлек ир арттан килеп ҡатынға һөжүм итә, бер нисә тапҡыр ағас сүкеш менән башына һуға. Почтальон һәләк була, ә енәйәтсе аҡсаны алып юҡҡа сыға.
Бер айҙан енәйәтте ойоштороусылар һәм башҡарыусылар ҡулға алына. Улар араһында ҡатындың хеҙмәттәше лә була. Тап ул юлбаҫарҙарға ҡорбандың ауылға барыу ваҡытын, сумкалағы аҡса күләмен хәбәр итә. Енәйәтте ойоштороусыны һәм башҡарыусыны 17 һәм 16 йылға иректән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарылды, һәләк булған ҡатындың коллегаһы иһә ике йылға шартлы рәүештә хөкөм ителде.



Вернуться назад