Ағиҙелгә яңы һулыш кәрәк11.07.2018
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһында булды. Сара “Ағиҙел” спорт-ял үҙәге, Башҡортостандың 100 йыллығына юбилей объекттары төҙөү проектына ярашлы реконструкцияланған “Иҙел” ҡала мәҙәниәт йорто кеүек объекттарҙы ҡарауҙан башланды. “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса 2017 йылда төҙөкләндерелгән һәм 2018 йылға планлаштырылған ихаталарҙы, йәмәғәт биләмәләрен ҡарап сығыуға айырым иғтибар бирелде.
Артабан делегация муниципалитеттағы инвестиция майҙансыҡтарына йүнәлде. Тәүге объект — “Стапель” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Предприятие суднолар яғыулығы һәм полимер битум алыу маҡсатында мазут эшкәртеү, нефть шламдарын утилләштереү цехын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Бында 52 эш урынын булдырыу күҙаллана. Проект буйынса инвестиция күләме — 721,7 миллион һум.
Киләһе предприятие — “Башатомтерминал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Бында тоноҡ нефть продукттарын ташыу буйынса йылға терминалын төҙөргә ниәтләйҙәр. Йүнәлтелгән аҡса күләме 345 миллион һум тәшкил итә, 31 кешене эш менән тәьмин итеү күҙаллана. Инвесторҙар менән көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелгән, республика Хөкүмәте яғынан дәүләт ярҙамы күрһәтеү саралары билдәләнгән.
Сәфәрҙең икенсе өлөшөндә “Ағиҙел ҡалаһының социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы” тигән темаға эш кәңәшмәһе үткәрелде. Унда ҡаланың социаль-иҡтисади хәле, 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын ғәмәлгә ашырыуҙың тәүге йомғаҡтары тикшерелде. Муниципалитет сәнәғәтен территориаль үҫтереү концепцияһына айырым иғтибар бирелде.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Рөстәм Мәрҙәнов Ағиҙелдә индустриаль парк асыу концепцияһын әҙерләүгә ҡағылышлы күрһәтмә бирҙе. Шулай уҡ инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү бурысы йөкмәтелде.