Дүрт йыл эсендә республика ҡаҙнаһынан ағас әҙерләүселәргә 600 миллион һумлыҡ субсидия бүленәсәк. Республика Хөкүмәтендә ошо мәсьәлә тикшерелде. Ҙур компанияларға төҙөлөш материалдары, йыһаз етештереү өсөн сеймал етмәй, шул уҡ ваҡытта уға ҡытлыҡ та юҡ. Сәбәбе — техниканың иҫкереүе, ә яңыһы иһә пилорама хужаларының кеҫәһенә һуға. Балта урынына — бензобысҡы, ат көсө урынына — йөк машиналары. Әммә был техника ҡаҙаныштары ла күптән инде иҫкергән. Уның ҡарауы, райондарҙағы пилорамалар әлегә тиклем совет станоктарын файҙалана. Уларҙы иһә йүнәтеп тә булмай. Ауыл эшҡыуарҙарының сит ил манипуляторҙарын да, ҙур йөк машиналарын да һатып алырға мөмкинлеге юҡ. Техник йәһәттән артта ҡалыу һөҙөмтәһендә “Кроношпан” һәм “Башлеспром” кеүек ҙур компаниялар ағастың 40 процентын Татарстан менән Свердловск өлкәһенән ташырға мәжбүр.
Республика Хөкүмәтендә ағас әҙерләүселәрҙе техник йәһәттән ҡайтанан йыһазландырыу мәсьәләһен күтәрҙеләр, сөнки, техниканың иҫкереүе сәбәпле, Башҡортостан иҡтисады йыл һайын 500 миллион һумды алып еткермәй.
Шул уҡ ваҡытта урмандың ҙур өлөшө үҙләштерелмәй ҡала. Сәнәғәт министрлығы 2022 йылға тиклем ҡаҙнаға 600 миллион һумды һалырға һәм ағас әҙерләүселәргә ошо аҡса ярҙамында ҡорамалдар хаҡының 30 процентын ҡапларға тәҡдим итә.
— Әле тармаҡтың сәнәғәт етештереүенә индергән өлөшө ни бары 1,6 процент тәшкил итә. Республикалағы урмандың 30 проценты ғына үҙләштерелеүе лә ҡыҙғаныс, — тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
Шәхси пилорамалар хужалары ағасты тәрән эшкәртеү мәсьәләһендә лә ярҙам һорай. Ағасты һатыу ғына түгел, ахыр продукцияға тиклем тотош эшмәкәрлек сылбырын яйға һалыу улар өсөн бик мөһим. Башҡортостан Хөкүмәтендә әйтеүҙәренсә, субсидия алыу өсөн пилорама хужаларының мотлаҡ ағас әҙерләүгә рөхсәте булырға тейеш. Улар ағас ҡырҡылған участкаға яңы үҫентеләр ултыртырға ла бурыслы. Һалым түләүҙән тайпылғандарға иһә субсидия бирелмәйәсәк.