Географияны кем яҡшыраҡ белә?11.07.2018
Географияны кем яҡшыраҡ белә?Уҙған ялда Хажы ауылы янындағы хозур тәбиғәт ҡосағында республиканың география уҡытыусылары III туристик слетҡа йыйылды. 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориа­даһына арналған сарала 33 команда, 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Мәғариф министрлыҡтары, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе башланғысы менән өсөнсө йыл рәттән ойошторолған йыйын урыны осраҡлы һайланманы. Этҡол ауыл биләмәһенә ҡараған был ерҙәрҙә бер түгел, дүрт тәбиғәт ҡомартҡыһы бар. Сылтырап аҡҡан Берғамыт йылғаһы һыуҙары республиканың төрлө тарафтарынан килеүселәргә көс-ҡеүәт бирһә, Ыласын, Хажы, Олимпия мәмерйәләре ғәмәли һынауҙар көнөн сәйәхәттәр менән байытты.

– Слетты беҙ тәжрибә, яңылыҡтар менән уртаҡлашыу майҙаны һәм, әлбиттә, киләһе уҡыу йылына илһам, дәрт биргән сара булараҡ ҡабул итәбеҙ. Шатланып хәбәр итерлек уңыштарыбыҙ ҙа бар, – ти Ҡырмыҫҡалы районы командаһы етәксеһе Альбина Фәхрисламова. – Беҙҙә Рус география йәмғиәте 1995 йылдан бирле эшләй, райондың география уҡытыусылары ошо исем аҫтында берләшкәнбеҙ. Быйыл Бөтә Рәсәй география диктантында 100 балға яҙған яҡташыбыҙ булды.

...Яланға командалар ағыла торҙо, бер-бер артлы ҡыҙыҡлы исем туйҙары уҙҙы, күргәҙмәләр эш башланы. Йыйынды асыу тантанаһында тәбиғәт һағында торған уҡытыусыларҙы Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе башҡарма директоры Рима Ғәлиева, бүлексә рәйесе кәңәшсеһе Галина Евдищенко, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш мөхәррире Гүзәл Хәмитова, филология фәндәре докторы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Розалия Солтангәрәева сәләмләне.

Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса туристик слет еңеүселәре тип Иглин районы командаһы танылды. Икенсе урында – Илеш, өсөнсөлә Ейәнсура вәкилдәре. Өйгә бирелгән эш буйынса иһә Кушнаренко районы уҡытыусылары алдынғы булды, икенсе урынға – Белорет, өсөнсөгә Баҡалы командалары сыҡты.

Ишембай районы.

Скупка ноутбуков в Уфе


Вернуться назад