“Яҙ королеваһы”н йәй һайлайҙар10.07.2018
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты, Ленара Таһированың “Һылыуҡай” студияһында тәрбиәләнгән Зөһрә Мөхәррәмова 10 июлдә Минскиҙа үтәсәк ХХVII “Яҙ королеваһы-2018” халыҡ-ара һәм вуз-ара грация, артист оҫталығы конкурсы финалында республикабыҙ ғына түгел, тотош Рәсәй исеменән сығыш яһай.
Һылыуҡай тажын алыу өсөн Рәсәйҙән, Әрмәнстандан, Белоруссиянан һәм Латвиянан һигеҙ студент ҡыҙ көс һынаша. Әле уларҙың барыһы ла Минскиҙа.
— Тәүге көндә үк ҡыҙҙар менән дуҫлаштыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Беҙҙең өсөн “Сула” интерактив тарихи парк-музейы буйлап экскурсия үткәрҙеләр, милли кейемдә фотоға төшөрҙөләр, — тине башҡорт һылыуҡайы. — 10 июлдә “Прайм-холл” концерт залында уҙғарыласаҡ финалда диңгеҙ тематикаһына бейеү, спорт ярышы, милли кейемдәрҙә конкурс, киске күлдәктәрҙә дефиле буласаҡ. Һәр ҡайһыбыҙ ижади номер тәҡдим итәсәк. Мин иһә “Бала саҡ ҡалаһы” тигән йырҙы башҡарасаҡмын.
Әйткәндәй, Зөһрә Мөхәррәмова әлегә тиклем Ҡытайҙа уҙғарылған “Матурлыҡ илсеһе” конкурсында ҡатнашҡан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге “Miss perfect beauty universe” халыҡ-ара конкурсында еңгән.