Ишембайҙа һырғалаҡ төҙөлә10.07.2018
Ишембай ҡалаһында 150 урынлыҡ ябыҡ боҙ һырғалаҡ бинаһы төҙөлә башланы.

Төҙөлөш “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы алып барыла. Дәүләт заказсыһы — Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсы — “Капитал Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Проектта трибуналы боҙ аренаһы, шулай уҡ кейем алмаштырыу, ярҙамсы административ бүлмәләр урынлашҡан, ике ҡатлы бина һалыу күҙаллана. Объекттың дөйөм майҙаны — 4 182,06 квадрат метр. Дәүләт контракты буйынса эште киләһе йыл декабрҙә тамамлау ҡарала. Контракттың хаҡы — 207 768 355,72 һум.


Вернуться назад