Яңы закон — халыҡ мәнфәғәтендә10.07.2018
Торлаҡ төҙөлөшөн финанслауҙың яңы системаһын ойоштороуҙы күҙ уңында тотҡан закон ҡабул итеү квадрат метрҙар хаҡына әллә ни йоғонто яһамаясаҡ. Ул төҙөлөш иҡтисадын түгел, ә торлаҡ төҙөү моделен үҙгәртеп, аҡса түләгән кешеләргә өҫтәмә гарантия бирә.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы Президиумындағы өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эш төркөмө яңы төҙөлгән торлаҡтың хаҡын иғтибар менән күҙәтеп, уны арттырыу осраҡтарын асыҡлаясаҡ һәм Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы, төбәк власы менән берлектә тейешле сара күрәсәк. Эш төркөмө етәксеһе, Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Сидякин ошо турала белдерҙе.
— Законда билдәләнгән төҙәтмәләр өлөшсө аҡсаһының мотлаҡ ул дәғүә иткән йортто һалыуға йүнәлтелеүенә гарантия бирә. Әгәр төҙөүсе өлөшсөнөң аҡсаһын файҙаланырға теләй икән (ә был уның өсөн арзан финанс ресурсы), аҡсаны банкта асылған махсус эскроу-иҫәпкә йыйһын һәм гражданға фатиры тапшырылғас ҡына табыш алһын. Йәлеп ителгән аҡса бүтән маҡсатҡа түгел, ә аныҡ объект төҙөлөшөнә тотонолһон өсөн банк был эште башынан аҙағына тиклем оҙатып барасаҡ, — тине Александр Сидякин.
Уның әйтеүенсә, өлөшсөләрҙең аҡсаһы менән эшләгәндәр намыҫлы һәм ғәҙел булырға тейеш. Законда ҡаралған алым “пирамидалар”ға ҡаршы йүнәлтелә. Ҡыҫҡаһы, дәүләт башлығы төҙөлөштө финанслауҙың эскроу-иҫәптәр файҙаланылған һәм өлөшсөләрҙең хоҡуғын яҡлауҙы көсәйткән өр-яңы моделгә күсеүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы. Быйыл 1 июлдән өлөшсөләрҙең аҡсаһы йәлеп ителгәндә бындай иҫәптәрҙе файҙаланыу ирекле, киләһе йылдың 1 июленән иһә мотлаҡ буласаҡ.


Вернуться назад