Ижади ғаиләләрҙән “Үрнәк ал”10.07.2018
8 июлдә, Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә “Башҡортостан” лафстайл-үҙәге майҙансығында “Үрнәк ал” социаль әүҙем ғаиләләр конкурсы иғлан ителде. Еңеүсегә Башҡортостан Башлығынан автомобиль тапшырыласаҡ. Конкурстың башланыуы тураһында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.
Бәйгегә ҡала йәки райондың йәмәғәт тормошонда, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың эшендә әүҙем ҡатнашҡан йәки ирекле эшмәкәрлекте тормошҡа ашырған ғаиләләр саҡырыла. Бының өсөн 8 июлдән 9 сентябргә тиклем ғаиләгеҙҙең социаль йәһәттән әүҙем эшмәкәрлеге тураһында видео материал төшөрөп, уны YouTube, Instagram, Facebook, “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге сәхифәлә (#Берипример хэштегы менән) урынлаштырырға кәрәк. Артабан bash.news сайтындағы конкурстың сәхифәһендә ғариза тултырыу, видеоматериал урынлаштырыуға һылтанманы күрһәтеү шарт. Әйткәндәй, роликтың рус, шулай уҡ башҡорт телендә төшөрөлөүе мөмкин. Видеоның оҙайлылығы бер минуттан артмаҫҡа тейеш.
Ғаиләләр Интернет селтәрендә йәмәғәтселек вәкилдәренең, шулай уҡ махсус комиссияның тауыш һаны буйынса өс этапта һайлап алына. Иң күп мәрәй йыйған ғаилә еңеүсе тип таныла. Уға еңел автомобиль һатып алыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла.