Аҙна ямғырҙан башланды10.07.2018
“Башгидрометүҙәк” синоптиктары хәбәр итеүенсә, был аҙнала республикала эҫе бер аҙ һүрәнәйә төштө. Ҡояш йыш ҡына болот артында, ҡойма ямғырҙар башланды. Республиканың ҡайһы бер райондарында йәшенле ямғырҙар көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы 25 – 30 градус.

10 һәм 11 июлдә елдең көсәйеүе күҙаллана. Төбәктәге Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дауыл тураһында иҫкәртеүе лә ихтимал. Шулай уҡ йәшенле ямғырҙар көтөлә. Төндә һауа температураһы 12 – 17, көндөҙ иһә 21 – 36, көньяҡ райондарҙа 30 градус тәшкил итәсәк.


Вернуться назад