Хөсәйенбәк имам рухына бағышлап06.07.2018
Шишмәлә Хөсәйенбәк имамдың яҡты иҫтәлегенә бағышланған күләмле сара булды. Ул XV төбәк-ара “Мин исламды өйрәнәм” балалар һәм үҫмерҙәр конкурсын һәм Башҡортостан имамдарының тантаналы йыйылышын үҙ эсенә алды.
“Мин исламды өйрәнәм” конкурсында ике йөҙҙән артыҡ йәш бәйгесе төрлө номинацияла көс һынашты. Ойоштороусылар еңеүселәрҙе спорт велосипедтары, бәйгеселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр, барыһын да тәмлекәстәр менән шатландырҙы.
Мәсеттә бер йыл дауамында белем алған ҡатнашыусылар араһында һигеҙ йәшлек Илназ Бикмәев (Шишмә районының Уҙыбаш ауылы), ике йыл белем алғандар араһында Нефтекама ҡалаһынан туғыҙ йәшлек Тимур Ханов, мәсеттә өс йылдан артыҡ белем алыусылар төркөмөнән Ырымбурҙан ун дүрт йәшлек Зилдулло Холматов еңеүсе тип табылды.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй Тәлғәт Сафа Тажетдин һәм республика имамдары Башҡортостандың хәҙерге биләмәләрендә тәүгеләрҙән булып ислам динен таратҡан мәғрифәтсе Хөсәйенбәк кәшәнәһенә зыярат ҡылды.
Сара намаҙ һәм байрам табыны менән тамамланды.