Өфөлә — Нева буйынан ҡунаҡтар06.07.2018
Санкт-Петербург хөкүмәте менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһындағы сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу нигеҙендә Нева йылғаһы буйындағы ҡаланың рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Өфөгә килде.

Делегация составына төньяҡ баш ҡаланың эшҡыуарлыҡ даирәләре — медицина учреждениелары, сәнәғәт тармағы, агросәнәғәт комплексы вәкилдәре инә. Уға Санкт-Петербургтың Сәнәғәт сәйәсәте һәм инновациялар комитеты рәйесе Максим Мейксин етәкселек итә.
Ике көнлөк сәфәрҙә байтаҡ саралар, атап әйткәндә, эшлекле осрашыуҙар, төбәктәге предприятиеларға барыу, “Санкт-Петербург менән Башҡортостан араһындағы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек: мөмкинлектәр һәм перспектива” конференцияһы планлаштырыла. Унда Санкт-Петербург делегаттары, республика власть органдары, сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы һәм бизнес даирәһе вәкилдәре ҡатнаша. Бынан тыш, “Медицинала импортты алмаштырыу: Санкт-Петербург менән Башҡортостан Республикаһының үҙ-ара эшмәкәрлеге өсөн мөмкинлектәр” тигән “түңәрәк өҫтәл”, эшлекле бәйләнештәр биржаһы ойоштороу күҙаллана.


Вернуться назад