Ағас — емеше, кеше эше менән матур06.07.2018
Башҡортостан Хөкүмәтендә дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Евгений Маврин иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә лайыҡлы наградаларын тапшырҙы.
Дәүләт наградаларын 54 кеше алды. Йырсылар Диана Ишниязова менән Венера Юлгилдина, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов, Рус драма театры артисы Григорий Николаев, “Марат” театр-студияһы етәксеһе Марат Шәйбәков “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
— Һеҙҙең барығыҙҙы ла республика, ил яҙмышы өсөн шәхси яуаплылыҡ тойғоһо, Ватаныбыҙҙы сәскә атҡан, тыныс, тотороҡло дәүләт итеп күреү, кешеләргә файҙа килтереү теләге берләштерә. Башҡортостанда һәр саҡ намыҫлы эшләнеләр. Һәр ҡайһығыҙҙың хеҙмәт биографияһы — ошоға сағыу дәлил. Һеҙҙең энтузиазм, оптимизм, илһөйәрлек йәштәр, бөтә йәмғиәт өсөн Ватанға фиҙакәр хеҙмәт итеү, эшкә яуаплы мөнәсәбәт өлгөһө булып тора. Ошондай эш кәйефен йәш быуынға тапшырыу бик мөһим, — тине Евгений Маврин, тантанала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.