ЯҢЫ_КИТАП: “Урал батыр” – һуҡырҙар өсөн06.07.2018
Республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында күрмәгән кешеләргә Брайль шрифты менән йыйылған башҡортса “Урал батыр” эпосы айырым баҫма булып донъя күрҙе.
Был китап – Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең республика ойошмаһы, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, һуҡырҙар өсөн китапхананың уртаҡ хеҙмәт емеше. Ул махсус һүрәттәр менән дә биҙәлгән.
“Урал батыр” эпосы тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән, уның буйынса бер нисә спектакль, йәнһүрәт төшөрөлгән. Рухи ҡомартҡы Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе һаналып, башҡорт халҡының милли мираҫы булып танылған. Ошо эпосты яттан һөйләүселәрҙең республика йәш сәсәндәр конкурсы егерме йыл буйы даими уҙғарылып килә.
Башҡорт милләтенең мәңгелек ҡомартҡыһын өйрәнеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу уянған осорҙа көн яҡтыһын күреүҙән мәхрүм кешеләрҙең дә бынан ары ошо мөмкинлектән файҙалана алыуҙары бик хуп.