Эсһәң, рулгә ултырма06.07.2018
Ошо көндәрҙә юл йөрөү ҡағиҙәләрен билдәләгән ҡануниәткә өҫтәмәләр индерелде. Улар водителдең бер литр ҡанында 0,3 грамм һәм унан күберәк алкоголь булыуы асыҡланған осраҡта уны административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы күҙ уңында тота.

Әлегә тиклем организмдағы алкоголь миҡдары промилле менән билдәләнә һәм үпкәнән сыҡҡан бер литр һауала уның күләме 0,16 миллиграмм тәшкил иткән осраҡта ғына административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала ине.
Әйткәндәй, яңы алым әүәлгеһе менән бер рәттән ҡулланыласаҡ. Әле эскән килеш рулгә ултырған кешеләр ике йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм ителә, уларҙан шулай уҡ 30 мең һум штраф түләтелә.


Вернуться назад