Тәүге балаға түләү: нимә үҙгәрҙе?06.07.2018
Башҡортостанда тәүге балаға 300 мең һум алырға хоҡуҡлы ғаиләләр һаны тағы ла артасаҡ. Хөкүмәт Президиумы ултырышында билдәләнеүенсә, бынан ары исемлеккә беренсе сабыйы республиканан ситтә тыуған ғаиләләр ҙә инә.

Бынан тыш, таныҡлыҡтың ғәмәлдә булыу ваҡыты алты айҙан туғыҙ айға тиклем оҙайтыла. Шулай уҡ тәүге балаһы 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2018 йылдың 1 мартына тиклемге осорҙа донъяға килгән ғаиләләр өсөн ғариза һәм документтар тапшырыу ваҡыты ла алты айға арттырыла.
— Ғәмәлдәге тәртип шарттарына яуап бирмәү сәбәпле, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында иҫәпкә ҡуйылмаған ғаиләләр яңы үҙгәрештәр нигеҙендә быйыл 1 сентябргә тиклем документтарын ҡайтанан тапшыра ала, — тине дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин.
Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу маҡсатында республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың йәш ғаиләләргә тәүге балаһы тыуған осраҡта бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙе ғәмәлгә индереү тураһында указ ҡабул итеүе барыһының да хәтерендәлер, моғайын.


Вернуться назад