Ҡаҙнанан аҡса бүленә06.07.2018
Хөкүмәт йортонда Бюджет инвестициялары буйынса эксперт советының ултырышы булды. Сара республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновтың рәйеслегендә үтте.
Совет ағзалары авария хәлендәге бер нисә мәғариф объекты буйынса проект-тикшереү эшенә быйыл ҡаҙнанан аҡса бүлеүҙе хупланы. Ундайҙарға Асҡын районындағы Ҡубыяҙ һәм Дыуан районындағы Озеро ауылдарындағы мәктәптәр инә.
Ултырышта шулай уҡ инженерлыҡ инфраструктураһы объекттарын төҙөүгә адреслы республика инвестиция программаһы аҡсаһын бүлеү мәсьәләһе ҡаралды. Атап әйткәндә, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Көнсығыш” биҫтәһен газ һәм һыу менән тәьмин итеү хаҡында һүҙ бара. Бюджеттан инвестицияның дөйөм күләме 29 миллион һум самаһы тәшкил итә.