Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА: “Һабантуй – балаларҙы халыҡ мәҙәниәтенә һәм туған телдәргә йәлеп итеү алымы ул”04.07.2018
Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА: “Һабантуй – балаларҙы халыҡ мәҙәниәтенә һәм туған телдәргә йәлеп итеү алымы ул” Иглин районының Оло Теләк ауылында үткән фермер һабантуйы 30-сы тапҡыр күп һанлы ҡатнашыусыларҙы, тамашасыларҙы, күрше райондарҙан һәм төбәктәрҙән ҡунаҡтарҙы, йәштәрҙе һәм балаларҙы йыйҙы.

Район хакимиәте, Һиҙиәтуллиндың фермер хужалығы һәм Башҡортостан татарҙары конгресы тарафынан ойошторолған ауыл эшсәндәре байрамы изге йолаға, райондың үҙенә генә хас үҙенсәлекле сараһына әүе­релде. Бөгөн Иглин районында умар­тасылыҡ, үҫемлекселек, ҡошсолоҡ һәм малсылыҡ, тоҡомло йылҡысылыҡ йүнәлешендәге шәхси һәм фермер хужалыҡтары әүҙем үҫә, республиканан ситтә лә танылыу яулай.
Күркәм байрамда Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассам­блеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, төрлө кимәлдәге депутаттар, республикалағы милли-мәҙәни ойошма вәкилдәре, Татарстандан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Бер үк ваҡытта ойошторолған өлкәндәр һәм балалар һабантуйында милли кейем кейгән йәш таланттарҙың сығышы, төрлө ярыштар, милли уйындар, аттракциондар, бүләктәр барыһының да күңеленә хуш килгәндер, моғайын.
Сағыу мәҙәни тамаша програм­маһында республиканың эстрада йондоҙҙары, район биләмәләрендәге һөнәри һәм үҙешмәкәр фольклор коллективтары тамашасыларға йыр һәм бейеү ижадын тәҡдим итте. Ат сабыштары айырыуса күптәрҙе йәлеп итте. Уларҙа Иглин жокейҙары ғына түгел, республиканың башҡа райондары вәкилдәре лә ҡатнашты. Әлбиттә, милли көрәшһеҙ, традицион уйындарһыҙ һабантуйҙың йәме булмаҫ ине.
Йәштәр өсөн халыҡ байрамының рухи-тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ергә, ауыл хеҙмәтенә, туған телгә һәм мәҙәниәткә ихтирамлы мөнәсәбәттең шаһиты булған балалар үҙҙәре лә ошо сифаттарҙы үҙләштерергә тырыша.
– Милли аш-һыу, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр, этник кейем, туған телдәге йырҙар – балаларҙы һәм йәштәрҙе күп милләтле мәҙәниәткә, туған телдәргә йәлеп итеүҙең иң һөҙөмтәле алымы ул, – тигән фекерҙә Зөһрә Рәхмәтуллина.


Вернуться назад