Тәжрибә уртаҡлашабыҙ04.07.2018
Янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламаларын ҡуйыу буйынса Башҡортостан тәжрибәһен башҡа төбәктәр ҙә файҙалана башланы. Стратегик башланғыстар агентлығының “Дөрөҫ ҡарарҙар магазины”на индерелгән “Һәр йортҡа, һәр фатирға – янғын хаҡында иҫкәрткес” республика проекты хәҙер Новгород һәм Магадан өлкәләрендә файҙаланыла.

Хәтерегеҙҙәлер, 2016 йылдың яҙында 12 баланың ғүмерен өҙгән янғындарҙан һуң республика Башлығы Рөстәм Хәмитов кисекмәҫтән социаль хәүефле хәлдәге ишле ғаиләләр йәшәгән йорттарға янғын хаҡында белдергән ҡулайламалар ҡуйырға ҡушҡайны. Ошондай сиреналар бер нисә кешене ҡотҡарып ҡалды – датчиктар халыҡҡа хәүеф тураһында ваҡытында белдереп өлгөрҙө.
Бөрө районының Үгеҙ ауылында дүрт өлкән кеше һәм биш бала һәләк булған янғындан һуң Рөстәм Хәмитов аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр йәшәгән йорттарға ла ошондай ҡулайламалар ҡуйыу бурысын йөкмәтте. Былтыр октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары ҡабул ителде. Уға ярашлы быйыл 1 ғинуарҙан балалы ғаиләләрҙең барыһы ла янғын хаҡында иҫкәртеүсе автономиялы ҡулайламалар менән тәьмин ителә. Әле 40 меңдән ашыу ғаилә йәшәгән йорттарға датчиктар ҡуйылған. Эш артабан да дауам итә.
– Был ҡулайламалар байтаҡ кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалды. Әллә ни ҡиммәт булмаған датчик йортҡа беркетелә һәм төтөн сығыу менән тауыш сығара, төндә ата-әсәләрҙе лә, балаларҙы ла, хатта күршеләрҙе лә уята, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күреүебеҙсә, уның файҙаһы бар. Бындай практиканы артабан да дауам итергә кәрәк.


Вернуться назад