“Берҙәм Рәсәй” һайлауға әҙер04.07.2018
Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” парламент депутатлығына кандидаттарын билдәләне.
Ошо көндәрҙә партияның төбәк бүлексәһе конференцияһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауға кандидаттар тәҡдим ителде. Конференцияны “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе секретары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы. Партияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференция эшендә 220-нән ашыу делегат ҡатнашты.
Кандидаттар исемлеге йәшерен тауыш биреү йомғаҡтарына ярашлы төҙөлдө. Берҙәм һайлау округы буйынса дөйөм республика исемлегенә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселек итә. Исемлектә бөтәһе 168 кандидат. Тағы ла 55 кеше бер мандатлы һайлау округтары буйынса тәҡдим ителгән.
Хәтерегеҙҙәлер, 3 июндә Башҡортостанда депутаттар һайлағанда тәҡдим итеү өсөн партия кандидаттарын асыҡлау йәһәтенән “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреү сараһы уҙғарылғайны. Төбәктә закондар сығарыу йыйылышы депутаттарын һайлау 2018 йылдың 9 сентябренә тәғәйенләнде. Республика халҡы 110 депутатты һайлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙың яртыһы – бер мандатлы округтар, ҡалған 55-е иһә берҙәм һайлау округы буйынса һайлана.