Йәйәү, велосипедта һәм һыуҙа кем йылғыр?04.07.2018
Йәйәү, велосипедта һәм һыуҙа кем йылғыр?12 – 15 июлдә Өфө районындағы Николаевка ауылында ХХVIII “ТУРФЕСТ-2018” асыҡ республика туристик йәштәр фестивале үткәрелә. Ҡатнашыуға ғаризалар 8 июлгә тиклем ҡабул ителә.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, фестивалдә республика ҡала-райондарындағы, күрше төбәктәрҙәге учреждениеларҙан йәштәр, профсоюз командалары (ҡатнашыусыларҙың йәше 35-кә тиклем), эшсе йәштәр ҡатнаша ала. Дүрт көн дауамында улар йәйәүлеләр, велосипед һәм һыу маршруттары буйынса ярышасаҡ. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы командаларға грамоталар, кубоктар һәм сертификаттар тапшырыла.


Вернуться назад