Маһирҙарҙы көтә Уралым04.07.2018
Башҡортостанда “Ай, Уралым, Уралым” этно-фестивале икенсе тапҡыр ойошторола. Ҡатнашырға теләгәндәрҙе 27 – 29 июлдә Учалы районының Баҡшай яланында (Ғәҙелша ауылы эргәһендә) көтәләр.

Асыҡ һауала үткәрелгән фестиваль программаһына милли кейем тегеүселәрҙең конкурс-дефилеһы, фольклор коллективтар сығышы, оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары, милли уйындар, концерт, “Баҡшай мәргәне-2018” бәйгеһе инә.
Сарала милли аш-һыуҙан ауыҙ итергә, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнап ҡарарға, конкурстарҙа көс һынашырға мөмкин.


Вернуться назад