Һайлаусылар менән “ҡыҙыу элемтә”04.07.2018
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында 8 800 347 54 54 номеры буйынса һайлаусылар менән “ҡыҙыу элемтә” телефоны эшләй башланы.
Ошо телефон һандарын йыйып, берҙәм тауыш биреү көнө – 2018 йылдың 9 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙы, шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарына өҫтәмә һайлауҙы үткәреү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итергә була. “Ҡыҙыу элемтә” граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын яҡлау, һайлаусыларға мәғлүмәт, консультация биреү, һайлау ҡануниәтен, уны ҡулланыу тәртибен аңлатыу маҡсатында ойошторолдо. Һорауҙарҙы 9 сентябргә тиклем бирергә мөмкин. “Ҡыҙыу элемтә”нең эш ваҡыты 2 – 27 июлдә: эш көндәрендә 10.00 – 13.00 сәғәттә, 14.00 – 17.00; 28 июлдән 8 сентябргә тиклем: 10.00 – 17.00; ял көндәрендә: 10.00 – 14.00; 8 сентябрҙә – 10.00 – 18.00; 9 сентябрҙә – 8.00 – 20.00 сәғәттә. Шылтыратыу бушлай. Һорауҙарға Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзалары һәм комиссия Аппараты хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.