Йәшлектәренә ҡайтып әйләнделәр29.06.2018
“Газпром нефтехим Салауат” компанияһына Салауат ҡалаһының бер төркөм хеҙмәт ветерандары сәйәхәт ҡылды. Улар үҙҙәре эшләгән комбинаттың үҫеше, производство яңылыҡтары менән танышты.
Ҡаланың һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина белдереүенсә, Салауатта 44 меңдән ашыу пенсионер йәшәй. Уларҙың төп өлөшө ғүмерҙәрен әлеге комбинатҡа арнаған. Шуға сәфәр күптәр өсөн ҙур мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған химигы Рәшит Хужин акрил кислотаһы производствоһының тиҙ арала сафҡа инеүенә ҡыуанды, сөнки элек ул эшләгәндә пропилен насар һатылған, ә хәҙер уға ла (пропиленға ла) ҡулланыш табыла.
– Хеҙмәт юлым әлеге комбинатта башланды. Производство үҫешә, беҙ ҙә йәш саҡта гөрләтеп эшләй инек, – тип хәтирәләргә сумды Фәриҙә апай Ишмөхәмәтова. Ғөмүмән, ветерандар предприятиеның эше менән ҡәнәғәт ҡалды. Шулай булмай, акрил етештереү буйынса Рәсәйҙең иң ҙур заводында баҫып торалар ҙабаһа!
Производство былтыр йыл аҙағында сафҡа инде һәм әлеге көндә Төньяҡ һәм Латин Америкалары илдәренә лә продукция сығара. Әйтергә кәрәк, предприятиеның ҡала тормошонда ғына түгел, республика һулышында ла абруйы ҙур.
– Һуңғы ун биш йылда тиҫтәнән ашыу производство сафҡа инде. Инвестиция күләме – 150 миллиард һум, – тип таныштырҙы эштәр менән компанияның инвестициялар һәм капиталь төҙөлөш буйынса директоры Рөстәм Ғәлиев.
...Ветерандар завод һөҙөмтәләре менән бер ҡыуанһа, производствола йәштәрҙең гөрләтеп эшләп йөрөүенә йәнә күңелдәре булды, өмөттәре яңырҙы.