Эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара...29.06.2018
Башҡортостандың эш биреүселәре эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартыуҙы һорай. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының рәсми сайтында эҫе көндәрҙә эш биреүселәрҙең вәкәләттәре тураһында мәғлүмәт донъя күрҙе. Атап әйткәндә, унда, һауа температураһы 28,5 градустан юғарыраҡ булғанда эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәрен бер сәғәткә алданыраҡ ҡайтарырға тейеш, тиелә.
Температура норманан тайпылғанда эш сәғәтенең оҙайлылығы санитария ҡағиҙәләре менән билдәләнә. Мәҫәлән, һауа температураһы 29 градус булһа, эш көнө алты сәғәттән, 29,5 градуста – 5,5 сәғәттән, 30 градуста — 5, 30,5 градуста — 4, 31 градуста — 3, 32 градуста — 2, 32,5 градуста бер сәғәттән артмаҫҡа тейеш. Был мәғлүмәттәр хеҙмәт эшмәкәрлеге ауыр йөктө бер урындан икенсе урынға күсереүгә бәйле булмаған офис хеҙмәткәрҙәре өсөн актуаль.
Эшмәкәрлеге даими хәрәкәт итеүгә, йөк ташыуға ҡоролған хеҙмәткәрҙәр өсөн йәйге температура нормаһы 26-27 градустан артмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта эҫелә эш ваҡыты бер сәғәт самаһы тәшкил итеүе шарт. Бынан тыш, ялға тәнәфес бүленергә, эсәр һыу, аптечка һәр саҡ янда булырға тейеш. Ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән өсөн эш биреүсегә административ штраф һалына. Уның күләме вазифалы кешеләргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға 500—1000 һум, ойошмаларға 10 000—20000 һум тәшкил итә. Өҫтәүенә ойошманың эшмәкәрлеген 90 тәүлеккә тиклем туҡтатыуҙары ла ихтимал.
Ошо санитария нормалары үтәлмәгән осраҡта Башҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.