Беҙгә хәүеф янаймы?29.06.2018
Республикаға ҡош киҙеүе менән зарарланған продукция, атап әйткәндә, күркә ите килтерелеүе осраҡтары асыҡланған. Ҡайһы ҡалаларҙа һәм райондарҙа, ниндәй сауҙа селтәрҙәрендә ошондай ҡош итенең табылыуы тураһындағы һорау менән Башҡортостандың Ветеринария идаралығына мөрәжәғәт иттек.

— Бындай продукция бер нисә ҡалалағы һәм райондағы ҙур сауҙа селтәрҙәрендә, атап әйткәндә, “Пятерочка” һәм “Магнит” супермаркеттарында, Бүздәк, Бәләбәй, Тәтешле райондарында, Ишембай һәм Сибай ҡалаларында табылған. Әле был ризыҡтарҙың барыһы ла һатыуҙан алынған. Уны утилләштереү өсөн прокуратураға материалдар әҙерләнә. Республикалағы дәүләт ветеринария хеҙмәттәре ситтән килтерелгән продукцияға мониторинг үткәрә, — тине Ветеринария идаралығының бүлек начальнигы Линар Йыһаншин.
Уның әйтеүенсә, электрон сертификацияға эйә “Меркурий” системаһы сирле ҡош итен асыҡлау йәһәтенән ҙур файҙа килтергән. Әле ҡош киҙеүе зарарлаған ун килограмға яҡын продукция сауҙа селтәренән алынған. Ҡалған продукция нормаға тап килә.
Пенза өлкәһендәге “ПензаМолИнвест” йәмғиәтенең һәм “Васильевская” ҡошсолоҡ фабрикаһының етештереү майҙансыҡтарында ҡош киҙеүе таралыуы тураһындағы мәғлүмәтте тикшереү нигеҙендә үткәрелгән саралар барышында был предприятиеларҙан Башҡортостанға ла ҡошсолоҡ продукцияһының килтерелеүе билдәләнде. Сауҙа селтәренән алынған ризыҡтар Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһында тикшерелде. Һөҙөмтәлә А тибындағы ҡош киҙеүе вирусы асыҡланды. Һөҙөмтәне тағы ла бер тапҡыр раҫлау өсөн материалдар Владимир ҡалаһындағы “ВНИИЗЖ” учреждениеһына ебәрелде.
Сирҙе йоҡтороу хәүефен түбәнәйтеү өсөн “Роспотребнадзор”ҙа йорт хужалыҡтарында, баҙарҙарҙа, һыу ятҡылыҡтарында, зоопарктарҙа ҡош-ҡорт янына бармаҫҡа, бешмәгән йомортҡа ашамаҫҡа, ҡулды һабынлап йыуырға кәңәш итәләр. Сирҙең тәүге билдәләре асыҡланыу менән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.


Вернуться назад