598 проект ғәмәлгә ашырылған29.06.2018
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү буйынса республика программаһы нигеҙендә 605 миллион һумлыҡ урындағы күләмдәге 598 проект тормошҡа ашырылды, 2,5 мең проблема хәл ителде. Ошо көндәрҙә республика Хөкүмәтендә үткән эш төркөмө ултырышында был эштең йомғаҡтары, уны артабан да үҫтереү мөмкинлеге ҡаралды.

Башҡортостан Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Азат Йәнгиров 2018 йылғы кампанияның үҙенсәлектәре, өҫтөнлөклө үҫеш йүнәлештәре хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, республика Хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы, тап ғалимдар Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһының төбәк операторҙары булып тора.
— Проекттарҙың күпселеге мәғариф учреждениеларын, юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҡағыла. Был мәсьәләләр йылдан-йыл тәүге урындарҙы биләй. Өсөнсө урында иһә — һыу менән тәьмин итеү объекттары, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, — тине Азат Йәнгиров.
Бынан тыш, халыҡ өсөн өҫтөнлөклө тәүге бишәү иҫәбенә мәҙәниәт йорттарын ремонтлауға бәйле проекттар инде. Ғалим шулай уҡ республика халҡында әүҙемлектең артыуын билдәләне. Атап әйткәндә, 850-нән ашыу йомғаҡлау ултырышы үткәрелгән, уларҙа 65 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, 2,5 меңдән ашыу проблема тикшерелгән.


Вернуться назад