Рөстәм Хәмитов: “Бөрйән” кластеры инвесторҙар аҡсаһы иҫәбенә үҫәсәк”29.06.2018
“Бөрйән” туристик кластерын инвесторҙарҙан ресурстар йәлеп итеү иҫәбенә лә үҫтереү күҙаллана. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, инфраструктура проекттарын үҫтереүҙә шәхси секторҙың әһәмиәтен билдәләп, ошо турала хәбәр итте.

— Беҙ шәхси инвесторҙарҙы йәлеп итеү йәһәтенән эш алып барабыҙ, — тине төбәк етәксеһе. — Мәҫәлән, “Бөрйән” кластеры дөйөм алғанда 2,5-3 миллиард һумға баһалана. Федераль һәм республика ресурстары иң күбе 500 — 700 миллион һум тәшкил итәсәк, ҡалғаны иһә — шәхси секторҙан. Барыһы ла перспективаны күрә, тырышлыҡ һала. Был йүнәлештә бер-ике генә түгел, ә тиҫтәләгән кеше эшләй, туризмды үҫтереүҙең бик күп алымдары тәҡдим ителә. Тегендә база, бында ял йорто, ҡылҡы, умартасылыҡ һәм башҡалар. Ошо рәүешле байтаҡ аҡса йыйыла. Ә беҙ иһә инфраструктура, яҡшы юлдар, электр, газ менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Бындай симбиоз һөҙөмтә бирергә тейеш.
Әйткәндәй, “Бөрйән” кластеры 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән “Эске һәм ситтән килгән туризмды үҫтереү” федераль программаһына инде. Туризм-рекреация кластеры Бөрйән, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондары биләмәләрендә ойоштороласаҡ. Бынан тыш республикала “Урал риүәйәттәре”, “Асылыкүл”, “Ҡандракүл”, “Өфө” туристик кластерҙарын төҙөү буйынса эш алып барыла.


Вернуться назад