Әйҙә, Һынныға, көс һынашырға!27.06.2018
Республиканың машина менән һауыу, яһалма ҡасырыу операторҙары, зоотехник-селекционерҙар конкурсы уҙҙы

Әйҙә, Һынныға, көс һынашырға!Башҡортостандың иң яҡшы 120-нән ашыу малсыһы Благовар районындағы “Башкир­агроинвест” йәмғиәтенең Һынны йәйләүендә машина менән һауыу операторҙарының – 43-сө, һыйыр малын яһалма ҡасырыу операторҙарының – 26-сы, зоотехник-селекционерҙарҙың беренсе республика конкурсына йыйылды.



– Малсылыҡ юғары квалификациялы белгестәргә ҡытлыҡ кисерә, шуға ла үҙ эшенең оҫталары конкур­сының әһәмиәте юғалмай. Был белемде һәм квалификацияны үҫте­рергә, коллегалар менән тәжрибә уртаҡлашырға булышлыҡ итә, – тине Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Бәйтуллин, сарала ҡатнашыусы­ларҙы сәләмләп.
Былтырғы конкурста Благовар районы һауынсыһы еңеп сыҡҡанға, йола буйынса сара уларҙа үтте. Район хакимиәте башлығы Юрий Коземаслов белдереүенсә, төбәктә етештерелгән тауарҙың 95 проценты ауыл хужалығы тармағына тура килә. Шуға ла Благовар еренең ҡу­наҡтарҙы яҡшы әҙерлек менән ҡар­шы алыуы, сараны юғары кимәлдә ойоштороу өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа тыуҙырыуы аңлашыла. Ә бит хужаларға еңелдән тура килмәне, сөнки тәүге тапҡыр өс конкурс бер көндә һәм урында ойошторолдо.
– Былтыр беҙҙең Күгәрсен райо­нынан Салауат Байғүбәков яһалма ҡасырыу буйынса иң яҡшы оператор исемен яуланы, шуға ла сара беҙҙә үтергә тейеш ине. Әммә өс сараны бер юлы үткәреү иҡтисади яҡтан отошло. Благоварҙар матур әҙерләнгән, ойоштороусыларға дәғүә юҡ, – тине конкурстың судья­һы, Күгәрсен районы ауыл хужа­лығы идаралығының баш зоотехнигы Ғәле Айытов.
Ысынлап та, өс конкурс бергә ойошторолоуға ҡарамаҫтан, бер ниндәй аңлашылмаусанлыҡ булманы. Һәр кем үҙ эшен лайыҡлы атҡарып сыҡты. Конкурсанттар ҙа яҡшы әҙерлек менән килгән.
Машина менән һауыу опера­торҙары араһында башҡаларҙан ихласлығы, тырышлығы менән айырылып торған Наталья Нуриманова еңеү яуланы. Шаран районының “Шаранагрогаз” йәмғиәтендә эшлә­гән 52 йәшлек ханым 1985 йылдан бирле малсылыҡ тармағында. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Балтас районының “Нур” йәмғиәтенән Гөлфая Хәсбиева менән Благовар районының “Башкирагроинвест” йәмғиәтенән Рәзилә Хисаметдинова алды.
Яһалма ҡасырыу операторҙары араһында Дәүләкән районының “Регионагро” йәмғиәтенән Һәүбән Шәй­хетдинов чемпион булды. Саҡ­мағош районының “Герой” колхозынан Гөлшат Солтанова – икенсе, Әбйәлил районының “Красная Башкирия” хужалығынан Венера Кә­шәева өсөнсө урын яуланы. Шәхси хужалыҡтарҙы хеҙмәтлән­дергән белгестәр араһынан иң яҡшы яһалма ҡасырыу операторы исе­менә Тәтешле ветеринар стан­цияһынан Ринат Борханов лайыҡ булһа, Мәләүездән Софья Подшивалова, Хәйбулланан Флүр Кә­лимуллин призлы урындарҙы бүлеште.
Хужалыҡтарҙа зоотехник-селек­ционерҙар эшен йәнләндереүгә, үҫтереүгә иғтибарҙы арттырыу маҡсатында ойошторолған конкурс та маҡсатына иреште.
– Мин 10 йыл ошо өлкәлә селекция эше менән шөғөлләнәм. Хужалыҡ килемле эшләһен өсөн һөтсөлөктә лә, малсылыҡта ла заманса алым­дарҙы, техноло­гия­ларҙы ҡулланыу мөһим. Конкурс иһә был тармаҡҡа йәштәрҙе йәлеп итергә булышлыҡ итәсәк, – ти был ярыштың еңеүсеһе Сергей Маганев.
Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге хужалыҡта зоотехник булып эшләгән егеткә ни бары 31 йәш. Әлбиттә, аҙлап булһа ла, был тармаҡҡа йәштәрҙең килеүе ҡыуаныслы.
Мәләүездән икенсе урынды алған Мансур Бикбулатов, Учалы­ның “Байрамғол” хужалығынан өсөнсө урындағы Илнур Зыянғолов та юғары һөҙөмтәләре менән лайыҡлы ғорурлана ала.
Еңеүселәр, шулай уҡ яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән белгестәр Ауыл хужалығы министрлығы, ошо тармаҡҡа ҡараған ойошмаларҙан ҡим­мәтле бүләктәр алып, хеҙмәт­тәрен лайыҡлы баһалағандары өсөн ҡыуанышып таралышты.

Благовар районы.


Вернуться назад