“Ҡунаҡтарҙы һәм Өфө халҡын хайран итмәксебеҙ”27.06.2018
“Ҡунаҡтарҙы һәм Өфө халҡын  хайран итмәксебеҙ”Халыҡ-ара балалар уйындары делегацияһы киләһе йылдың йәйендә Өфөлә үтәсәк уйындар буйынса яңы тәҡдимдәрҙе тыңлау, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тағы ла Башҡортостандың баш ҡалаһына килде.
Уйындарҙың ойоштороу комитеты ағзалары республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Евгений Маврин һәм төбәктең башҡа вәкилдәре менән кәңәшмә үткәрҙе.


– Башҡортостанда профессионалдар эшләй. Бөгөн беҙ 53-сө Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерлек нигеҙендә хәл ите­лергә тейешле ойоштороу мәсьә­ләләрен тикшерҙек, – тине Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш. – Әйтергә кәрәк, киләһе йәйге уйындар 2013 йылда Өфөлә уҙғарылған ҡышҡы уйындарҙан күләмлерәк буласаҡ.
Тап уйындар уҙғарылған йылда Башҡортостан үҙенең 100 йыл­лығын билдәләйәсәк. Торстен Раш республика Уйындарҙан һуң башҡа Рәсәй ҡалаларын да спортҡа һәм интернациональ аралашыуға йәлеп итер тигән өмөт белдерҙе. Әле донъяның 95 илендәге 600-ҙән ашыу ҡала вәкиле ойоштороу комитетына инә.
– Беҙ уйындарҙа ҡатнашыусылар өсөн виза алыу мәсьәләһен тикшерҙек. Байтаҡ тәҡдимдәр булды. Бөтә ниәттәрҙе тормошҡа ашырырбыҙ һәм Өфө ҡунаҡтарын ғына түгел, Башҡортостандың баш ҡалаһы халҡын да хайран итербеҙ тип ышанам, – тине комитет етәксеһе.
Өфө – 2011 йылдан Халыҡ-ара балалар уйындары партнеры һәм ойоштороу комитеты ағзаһы. Быйыл Башҡортостан спортсылары Иерусалимда йәйге уйындарҙа ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ киләһе йыл ҡыш Өфө егеттәре һәм ҡыҙҙары АҠШ-та үтәсәк Халыҡ-ара балалар уйындарына юлланасаҡ. Ойоштороу комитеты республикабыҙҙан айырыуса хоккей командаһын көтә.
– Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерлек йәһәтенән байтаҡ эш башҡарырға тура киләсәген аңлайбыҙ. Халыҡ-ара балалар уйындарының 50 йыллыҡ тарихында (әйткәндәй, юбилей быйыл билдәләнә) Өфө йәйге һәм ҡышҡы уйындарҙы ҡабул иткән берҙән-бер ҡала буласаҡ, – тине Торстен Раш. – Республикағыҙҙа үҙебеҙҙе өйҙәгеләй тоябыҙ, шуға күрә беҙгә булышлыҡ иткән ойоштороу комитеты ағзаларына, төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа айырым рәхмәт белдерәм.
Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты ҡала хакимиәтендә 2019 йылда Өфөлә йәйге уйындар үткәреү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуясаҡ. Киләһе йыл Өфөгә ике меңдән ашыу йәш спортсының килеүе көтөлә.


Вернуться назад