Күмертау яңы һулыш ала27.06.2018
Мәскәүҙә Рәсәйҙәге моноҡалалар рейтингы һөҙөмтәләрен иғлан иттеләр. Күмертау илебеҙҙәге иң яҡшы бәләкәй ҡалаларҙың береһе статусын раҫланы.
Рейтинг ошондай ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү программаһы бурыстарын тормошҡа ашырыу барышында урындағы үҙидара органдарының эш һөҙөмтәлелеген, әүҙемлеген баһалай. Исемлек алдынғылыҡты яулаған моноҡалаларҙың көслө һәм перспективалы яҡтарын асыҡлау, уларҙа йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса иң уңышлы проекттарҙы билдәләү мөмкинлеген бирә.
Әйткәндәй, Күмертау былтыр ҙа алдынғылар тиҫтәһенә ингәйне. Йыл ярымда ҡалала туғыҙ предприятие асылып, 1300-ҙән ашыу эш урыны булдырылған.
“Бәләкәй ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү” программаһы етәксеһе Ирина Макиева юғары награданы Күмертау ҡалаһы башлығы Борис Беляевҡа тапшырҙы. Ирина Макиева әйтеүенсә, Күмертауҙағы иң уңышлы инвестиция проекттарының береһе — май заводы.
— Был — власть, инвестор һәм үҫеш институттарының үҙ-ара файҙалы бәйләнешен сағылдырған бик яҡшы миҫал, — тине ул.