Сабый ҡараған ҡатын яҡлаулы27.06.2018
Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы сабыйын ҡарау буйынса ялда булған ҡатындарға пособиелар системаһын яҡшыртыу йәһәтенән эш алып бара.
– Беҙ Социаль страховка фонды менән берлектә бала ҡараған ҡатындарға түләнгән пособиелар системаһын яҡшыртыу сараһын күрәбеҙ, – тине хеҙмәт министры Максим Топилин.
Ул шулай уҡ әле декрет ялында булған һәм бер үк ваҡытта эшләп йөрөгән әсәләрҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы эш хаҡы алыуын билдәләне.
Май аҙағында Дәүләт Думаһына баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособие түләү ваҡытын 1,5 йылдан өс йылға тиклем арттырған закон проекты тәҡдим ителгәйне. Унда шулай уҡ студент ҡатындарға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие түләү ҙә күҙ уңында тотола.