Баланың тәртибен хәстәрләп27.06.2018
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре менән сираттағы кәңәшмәлә бәлиғ булмағандарҙың аутоагрессив тәртибен иҫкәртеү системаһын камиллаштырыу йәһәтенән өҫтәмә саралар тикшерелде.

Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова бил­дәләүенсә, төбәктәге дөйөм белем биреү ойошмалары нигеҙендә — 564, мәғариф өлкәһендә идара итеүҙе тормошҡа ашырған урындағы үҙидара органдары ҡарамағында иһә 24 социаль-психология хеҙмәте төҙөлдө. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, мәғариф ойошмаларында социаль педагогтар һаны ла артҡан.
Былтырғы йыл аҙағында республиканың Мәғарифты үҫтереү институты “Интернет селтәрендә хәүефһеҙлек” өҫтәмә дөйөм белем биреү программаһын эшләгәйне. Ул 2018/19 уҡыу йылында белем усаҡтарында тормошҡа ашырыуға тәҡдим ителәсәк. Сара мәғлүмәт киңлегендә балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең медиабелем кимәлен арттырыуға, хәүефһеҙ һәм имен мәғлүмәт мөхите өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә.


Вернуться назад