Халыҡ борондан кәсеп иткән27.06.2018
Халыҡ борондан кәсеп иткәнРеспубликабыҙҙа Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡабул иткән “Халыҡ художество кәсептәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы һәм “Мәҙәниәт тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 36-сы статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында”ғы закондар ғәмәлгә инде. Был үҙгәрештәр дәүләт власы органдарының халыҡ художество кәсептәре ойошмаларына ярҙам күрһәтеү хоҡуғын билдәләй.

— Халыҡ кәсептәре — иҡтисадтан бигерәк мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы тармаҡ. Был тауарҙарҙың күпселеге — ҡулдан яһалған әйберҙәр. Ә ошо хеҙмәт күп көс һәм ваҡыт талап итә, шул уҡ ваҡытта шундай тауарҙар өсөн ҙур аҡса түләргә әҙер булған кешеләр ҙә юҡ түгел. Әлбиттә, халыҡ художество кәсептәре дәүләт ярҙамына мохтаж, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Ошо тармаҡҡа дәүләт ярҙамы мәсьәләһе федераль кимәлдә тикшерелде һәм ыңғай хәл ителде. Республикабыҙҙа әлеге йүнәлеш айырыуса әһәмиәтле. Беҙҙә төрлө этнос вәкилдәре йәшәй. Уларҙың барыһы ла мәҙәни йолаларын, халыҡ художество кәсептәрен һаҡлап ҡалыу яҡлы.
Ҡабул ителгән закондарға ярашлы, дәүләт ярҙамына хоҡуҡ аласаҡ халыҡ художество кәсептәре ойошмалары исемлеге Рәсәй Хөкүмәте вәкәләт биргән федераль башҡарма власть органы тарафынан раҫлана.


Вернуться назад