Грант алғың килһә...27.06.2018
Республикабыҙҙа төбәктәге дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә йүнәлтелгән республика Башлығы гранттарына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел ошондай проекттарға ярҙам күрһәтеү тураһында указ сығарғайны. Уның күрһәтмәһе буйынса Мәҙәниәт министрлығы дәүләт ярҙамы аҡсаһын бүлеү тәртибен булдырҙы.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм төбәктәге халыҡтарҙың телдәрен, шулай уҡ республиканан ситтә башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү йәһәтенән эшмәкәрлек алып барған дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар грантҡа дәғүә итә ала.
Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 2-23 июлдә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 5-кә тиклем Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығындағы этномәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегендә ҡабул ителә. Ярҙамдың дөйөм күләме — 50 миллион һум.