Дарыу көтөп яфа сикмәҫкә27.06.2018
Граждандарҙың льготалы категорияларын дарыу менән тәьмин итеүҙәге етешһеҙлекте автоматлаштырылған махсус программа яйға һаласаҡ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел үткәргән кәңәшмәлә ошо программаны ғәмәлгә индереү мәсьәләһе тикшерелде.
Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Рафаэль Яппаров әйтеүенсә, яңы система пациентты иҫәпкә ҡуйыуҙан алып ташламалы препарат менән тәьмин иткәнгә тиклем күҙәтеү мөмкинлеген бирәсәк.
Программа Өфөнөң 1-се һәм 5-се поликлиникаларында, шулай уҡ сауҙалашыуҙы үткәреү өсөн документтар әҙерләү дәүерендә һынау үтте. Әйткәндәй, тәжрибә уңышлы тип танылды. 2019 йылға дарыуҙар менән тәьмин итеүгә ғаризалар быйыл июль-август айҙарында автоматлаштырылған система аша йыйыласаҡ. Һөҙөмтәлә пациенттарҙың препараттарға ысын ихтыяжы асыҡланасаҡ.
Республика Башлығы программаның мөһимлеген билдәләне.
— Бөгөн бөтә мәғлүмәтте яйға һалырға мөмкин. Ташламаларға эйә булған кешеләрҙең исем-шәрифтәре, адрестары билдәле, — тине Рөстәм Хәмитов. — Барыһы ла һеҙҙең эшләргә булған теләккә бәйле, башҡа ҡаршылыҡ юҡ. Дарыуҙар менән тәьмин итеүҙәге өҙөклөктәр хаҡында оноторға тейешбеҙ, бындай хәл башҡаса ҡабатланмаҫ тип ышанам.