Көньяҡ ҡапҡа – Ҡужанаҡта26.06.2018
Башҡортостандың үҙәге ҡайҙа икәнен беләһегеҙме? Эйе, баш ҡала тимәнем, ә үҙәк тип һораным. Картаның уртаһын самалап, шул ергә юғарынан ҡәләмде ырғытһаң, яҡынса Ғафури районына барып төшөр. Ысынында, Ерек ауылы – республикабыҙҙың үҙәге. Хәҙер инде урта өлөштө тапҡас, уның ситтәрен дә барларға тейешбеҙ. Мәҫәлән, көньяҡ нөктә? Көньяҡ тарафтарҙа ҡайһы район булыуын белһәң, әҙме-күпме төҫмөрләргә мөмкин. Бындай һорауҙы тиккә бирмәнем. Күптән түгел Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылында ҙур тантана үтте – унда республикабыҙҙың көньяҡ географик нөктәһе барлыҡҡа килде. Әйткәндәй, Учалы районының Устинов тимер юл станцияһы тирәһендә – көнсығыш, Яңауыл районының Байсар ауылы эргәһендә – төньяҡ, Баҡалы районының Ивановка ауылы янында көнбайыш нөктә урынлаштырылды.

Бындай киң ҡоласлы проекттарға йән өрөүгә Рус географик ойошмаһы, үҙ сиратында, уның төбәк етәксеһе күренекле яҙыусы һәм атаҡлы турист Камил Йыһаншиндың фиҙакәр хеҙмәтен танымау мөмкин түгел.
– Иҫтәлекле стела өсөн урын шул тиклем уңышлы һайланған, – тип һөйләй Камил Фәрухша улы. – Бынан йыраҡ түгел Башҡортостандан Ырымбур өлкәһен шартлы рәүештә айырған сик билдәләнгән. Етмәһә, билдә оло юл буйында ята, ә автомагистраль Ҡыуандыҡ ҡалаһының (Ырымбур өлкәһе) ҙур тимер юл станцияһы илтә – 15 саҡрым ғына ҡала уға.
Беҙҙең яҡтарҙа Ҡужанаҡ тураһында һүҙ сыҡһа, уны белгәндәр ауылды үҙҙәренсә төрлөсә “семтеп-семтеп” ала. Имеш, район үҙәге Иҫәнғолға барыу өсөн ярты көн кәрәк, ул әллә ҡайҙа – йәһәннәмдә урынлашҡан һәм башҡа мәрәкәләүҙәр. Уның ҡарауы, бында тормош гөрләй. Туғыҙ йыллыҡ мәктәп ҡыҙ һәм малайҙарға аң-белем тарата, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй, урамдарға асфальт түшәлгән, мәсет асылған, ғибәҙәтхананан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәй, ҡыҫҡаһы, изге уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырыусыларға һәр йәһәттән дә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Бына ошо матурлыҡты – халыҡтың етеш донъя көтөүен, алсаҡ кешеләрҙе, тәбиғәттең хозурлығын күреү өсөн генә лә бында килергә мөмкин.
– Шәхси эшҡыуарҙар һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре эшмәкәрлектәрен йәйелдергән, – тип һөйләй райондың Яңыбай ауыл хакимиәте башлығы Самат Ҡансурин. – Яҡташтарым “зәңгәр яғыулыҡ”тан күптән файҙалана, үҙәкләштерелгән һыу ҡуллана. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамынан һуң Ҡужанаҡ айырыуса йәмләнде, тормош та йәнләнде. Бер ауылда мәсеттең дә, ғибәҙәтхананың да булыуы күпте һөйләй – милләт-ара татыулыҡ өлгөһө ролен үтәйбеҙ, дуҫлыҡ менән көслөбөҙ. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә обелиск асылды.
Беҙгә ҡалһа, быны географик билдә тип кенә ҡарарға ярамай, ә республикабыҙҙың көньяҡ ҡапҡаһы тип әйтеү ҙә дөрөҫлөккә тура килә. Шул уҡ ваҡытта ике төбәк – Ырымбур өлкәһе менән Башҡортостан өсөн дуҫлыҡ ҡапҡаһы ролен дә үтәй. Камил Йыһаншин ошо урынды гөл баҡсаһына әйләндергән тырыштарға рәхмәтен белдерҙе. Әйткәндәй, ағас эше менән шөғөлләнгән Алик Тоҡомбәтов был тәңгәлдә ҙур тырышлыҡ һалған.
Проектты тормошҡа ашырыусылар билдәнең төбәк өсөн бренд ролен үтәүенә һис тә шикләнмәй. Бынан тыш, уларҙы туристар ҙа хуплар, моғайын да, ҡайһы тирәлә йөрөп ятыуыңды белеү өсөн ныҡ отошло буласаҡ. Иң мөһиме, бындай билдәләр мәктәп балаларына Башҡортостандың географияһын тәрән өйрәнеүгә йүнәлеш бирәсәк.


Вернуться назад