Эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында26.06.2018
18—19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың IV форумы уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенән.

Уҙған аҙнала Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ошо сараға әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Форум барышында пленар ултырыш, эшҡыуарҙар өсөн эшлекле бәйләнештәр биржаһы, бизнес вәкилдәре күргәҙмәләре, төрлө йүнәлештәр буйынса сессиялар һәм “түңәрәк өҫтәл”дәр уҙғарыласаҡ. Сараның маҡсаты — ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге төрлө компаниялар араһында бәйләнеш булдырыу ярҙамында эшҡыуарлыҡты йылдам үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, килешеүҙәр төҙөү, инвестиция йәлеп итеү, берлектәге бизнес-проекттар һанын арттырыу.


Вернуться назад